«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Владимир Путин Башҡортостандағы хәл-торош менән ҡыҙыҡһына



15.06.2012 Владимир Путин Башҡортостандағы хәл-торош менән ҡыҙыҡһына

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүгә эш сәфәре менән барғанда Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашты. Әңгәмәлә башлыса һүҙ республиканың социаль-иҡтисади хәле хаҡында барҙы. Рөстәм Хәмитов ил башлығын төбәк эшмәкәрлегенең төп күрһәткестәре менән таныштырҙы.
Ағымдағы йылдың биш айы һөҙөмтәләре насар түгел. Был төбәк тулайым продуктына, 107,5 процентты тәшкил иткән сәнәғәт етештереү индексына ҡағыла. Бынан тыш, төрлө йүнәлештәр буйынса, айырыуса, эшкәртеү сәнәғәтенә инвестициялар үҫә. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, төҙөлөш тармағында ла, халыҡтың аҡсалата килеменең үҫешендә лә уңыштар бар. Республика етәксеһе Владимир Путинға ҙур проекттар хаҡында ла һөйләне. Шул иҫәптә Урал һәм Волга буйы иҡтисадын үҫтереүгә тәғәйенләнгән газ сеймалын килтереү тураһында проект та бар.
– Волга буйына Ямал ятҡылыҡтарынан сеймал алыу өсөн торба һуҙыу вариантын ҡарарға мөмкин. Был етештереү йәһәтенән дә, эш урындарын булдырыуҙа ла ыңғай һөҙөмтә бирер ине, – тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы.
Әлеге проект химия сәнәғәтен үҫтереүгә лә йоғонто яһаясаҡ.
Владимир Путин социаль тармаҡтағы хәл-торош менән дә ҡыҙыҡһынды, эш хаҡы тураһында һорашты.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, 2011 йылда йомғаҡтары буйынса уҡытыу­сыларҙың уртаса хеҙмәт хаҡы 30 процентҡа артҡан, ә йыл башынан биш айҙа республикалағы уртаса эш хаҡы кимәленә етеп килә, йыл һуңынаса күрһәткестәр тигеҙләшәсәк.
Быйыл республикала дөйөм 12 меңдән ашыу урынға иҫәпләнгән 52 яңы балалар баҡсаһы сафҡа индереләсәк.
Осрашыуҙа һаулыҡ һаҡлау тармағында яңыртыуҙарға ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә ҡаралды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға