«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



19.06.2012 Өс һөйләм менән

Әбйәлил районында Баш­ҡор­тостандың иң яҡшы дельтаплансылары һәм параплансылары ярыша. Башҡортостан Республикаһының был спорт төрө буйынса асыҡ чемпионаты ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың 90 йыллыҡ юбилейына арнала. Турнирҙың маҡсаты – республикала спорттың авиация төрҙәрен пропагандалау, популярлаштырыу һәм үҫтереү.

Ял көндәрендә республикала өс кеше һыуға батып үлгән. Шишмә районының ҡалмаш йылғаһында 35 йәшлек ҡатын, Белорет ҡалаһындағы быуала 45 йәшлек ир һәм Балтас районында Танып йылғаһында 50 йәшлек ир һыуға батҡан. Барыһы ла һыу инеү өсөн ҡулайлаштырылмаған ерҙә һыуға төшкән.

Алдағы көндәрҙә синоптиктар республикала көслө булмаған ямғырҙар яуыуын һәм температураның бер аҙ түбәнәйеүен вәғәҙә итә. Атап әйткәндә, һауа температураһы көндөҙ 25 – 27 градус булып, төндә иһә 15 – 19 градусҡа тиклем төшәсәк. Аҙна аҙағына тиклем ошондай һауа температураһы һаҡланасаҡ.

Өфө ҡалаһында эшҡыуар, Киров районының Эшҡыуарҙар советы рәйесе Римма Еникеева пенсионерҙар өсөн спа-салон асҡан. Иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 12-гә тиклем ололарға релаксация кабинетына бушлай йөрөү мөмкинлеге бирелә. Бында улар массаж креслолары һәм төрлө тренажерҙар менән файҙалана ала.

Башҡортостанда ошо көндәрҙә ҙур урман янғыны теркәлгән. Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Инйәр урмансылығы биләмәһендә сыҡҡан янғын яҡынса 10 гектар майҙанды биләп алған, әлеге ваҡытта бында янғын һүндереүселәр эшләй. Быйыл Башҡор­тостанда барлығы 236 гектар урман фонды майҙаны янғындан зыян күргән.

Бөгөнгә республикала 90 – 99 йәшлек 7 609 кеше йәшәй, шуларҙың 218-е йөҙ йәште үткән. Ошо көндәрҙә Өфөлә йәшәүсе Михаил Соломоновты 100 йәше тулыу айҡанлы ил һәм республика башлыҡтары тәбрикләгән. Бынан ары бындай ҡотлауҙар 90 һәм унан да олораҡ ғүмер байрамын билдәләүселәргә тәтейәсәк, июлдә республиканан 106 кеше ҡотланасаҡ.

Уҙған аҙнала Өфө ҡалаһының Калинин районында ҡот осҡос енәйәт ҡылына. 1973 йылғы ир ҡатыны менән ғауғалашҡас, уның һәм өс балаһының (өс, дүрт, алты йәшлек) йәнен ҡыя, биш йәшлек ҡыҙ ауыр хәлдә реанимацияла ята. Енәйәтсе ҡулға алын­ған, әле тикшереү эштәре бара.

БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы уҡыу йылынан башланғыс синыфтарҙың уҡыу класы йыһазландырыласаҡ. Яңы мебель һәм ҡорамалдар, ноутбук һәр башланғыс синыф уҡытыусыһы өлөшөнә тәтейәсәк. Ә 2013 йылда физика-химия кабинеттары яңыртыласаҡ, яңы реактивтар һәм ҡорамалдар биреләсәк.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға