«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



19.06.2012 Донъя яңылыҡтары

Хәрби зонала – балалар

БМО-ның Сүриәне күҙәтеү буйынса етәксеһе Роберт Муд хәрби бәрелештәр барған зонанан балалар, ҡатын-ҡыҙҙар, ололар һәм яралыларҙы сығарыуҙы талап итте.
Уның фекеренсә, был илдең ябай халҡы ҡот осҡос баҫым аҫтында ҡалған һәм уларға кисекмәҫтән ярҙам итергә кәрәк.
БМО халыҡты эвакуациялау эшен үҙ өҫтөнә алырға әҙер. Тик бының өсөн Сүриәләге бөгөнгө власть вәкилдәренең дә, оппозицияның да ризалығы кәрәк. Ә улар хәрби бәрелештәр буйынса ҡәтғи генә фекерен белдерергә ашыҡмай. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, илдәге конфликттарҙа 12 меңдән ашыу кеше һәләк булған. ҡорбандарҙың 3,2 меңе ябай халыҡ араһынан булыуы айырыуса ҡыҙғаныс.

Европа ҡор йыя

Кисә Мексикала «Ҙур егерме»­нең саммиты асылды.
Унда ҡаралған төп мәсьәлә − Европалағы иҡтисади көрсөк. Әлеге проблема буйынса докладтар, тәҡдимдәр һәм пландар күп әҙерләнгән.
Бынан тыш, саммитта халыҡ-ара финанс архитектураһын нығытыу һәм көйләү саралары тураһында етди һөйләшеү ҡаралғайны. Донъяла аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың арта барыуы ла көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Уны тотороҡландырасаҡ механизмдарҙы табыу талап ителә. Мексика Президенты Фелипе Кальдерон хәбәр итеүенсә, саммит һөҙөмтәләре буйынса донъя иҡтисадына йоғонто яһаясаҡ бик күп һығымта яһалырға тейеш. Уларҙы ошо көндәрҙә халыҡҡа еткерәсәктәр. Саммит ултырышы “ябыҡ” режимда үтте.

Дини ыҙғыштар тынмай

Нигерияла теракттар һәм тәр­тип­һеҙлектәр ойошторолдо.
Үткән йәкшәмбе был ил өсөн аяныслы тамамланды – һәләк булыусылар һәм яраланыусыларҙы әле һаман һанап та бөтөрә алмайҙар. Етмәһә, урындағы халыҡ һаман тынысланмай, әленән-әле ығы-зығылар ҡабатланып ҡына тора.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Нигериялағы теракттар һөҙөмтәһендә кәмендә 36 кеше һәләк булған тип билдәләнә, 100-ҙән ашыу кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Ығы-зығы төрлө дин конфессиялары араһында сыҡҡан – христиан динен тотҡан йәш егеттәр юлды ҡаплап тороп, мосолмандарға ябырылған.

Ауыҙыңды үлсәп ас!

Канаданың сик буйы хеҙмәте Оттавалағы халыҡ-ара аэропортҡа махсус микрофондар ҡуйып сыҡҡан.
Улар пассажирҙарҙың һөйләшеүен тыңлау өсөн ҡулланыла. Сик буйы хеҙмәте вәкилдәре аңлатыуынса, пассажирҙарҙы тыңлау илдәге именлекте нығытыу өсөн кәрәк.
Микрофондарҙың ҡайһы ерҙәргә ҡуйылғанлығы хәбәр ителмәй. Етмәһә, пассажирҙарҙың һөйләшеүе яҙылып алынасаҡ. Күптәр аэропортҡа микрофондар ҡуйыу менән риза түгел, быны пассажир­ҙарҙың хоҡуҡтарын сикләү, тип тә ҡабул итәләр. Ә ҡайһы бер илдәр­ҙең полиция хеҙмәткәрҙәре микрофондарҙы үҙҙәрендә лә ҡуйырға теләүен хәбәр итә.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға