«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өфө байҙар менән тулған!



19.06.2012 Өфө байҙар менән тулған!

Республиканың һалым хеҙмәте 2012 йылдың декларация кампанияһы һөҙөмтәләренән сығып, беҙҙә 79 миллионер булыуын асыҡлаған.
Декларация кампанияһы барышында 143 мең кеше үҙенең килеме буйынса отчет биргән. Был үткән йылдағынан 15 процентҡа күберәк. Йыллыҡ килеме 10 миллион һумдан ашыу булыуын республиканың 79 кешеһе билдәләгән. Ике кешенең йыллыҡ килеме миллиард һумдан артҡан. Әйткәндәй, миллиардерҙарыбыҙ йылдан-йыл берәүгә кәмеп бара. Икенсе йылға бөтөнләй бөтөп китмәһәләр ярар ине. Шул тиклем матур ҡаланың үтә лә ныҡ бай кешеләре лә булырға тейеш бит.
Һалым хеҙмәте хәбәр итеүенсә, иң күп килем ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән эш итеүҙән алынған. Шулай уҡ эшҡыуарлыҡ һәм күсемһеҙ милек һатыу ҙа арыу ғына килем килтерә икән. Байҙарыбыҙҙың күпселеге Өфөлә йәшәй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға