«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостандың иң сифатлы тауарҙары билдәләнде



08.06.2012 Башҡортостандың иң сифатлы тауарҙары билдәләнде

Республиканың юғары сифатлы продукция етештереүсе һигеҙ предприятиеһы етәкселәре Сифат аҙналығы барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡулынан наградалар алды.
Тантаналы сарала Бөтә Рәсәй сифат ойошмаһы президенты Геннадий Воронин һәм Федераль техник көйләү һәм метрология агентлығы етәксеһе урынбаҫары Александр Зажигалкин ҡатнашты.
Сифат өлкәһендәге премиялар конкурсы республикала 2002 йылдан үткәрелә. Ошо осорҙа 90-ға яҡын предприятие бүләкләнгән. Күптәре унда бер нисә тапҡыр ҡатнашҡан. Быйыл конкурсҡа күрһәтелгән 35 ҡатнашыусы араһынан иң яҡшы һигеҙ предприятие һәм ойошма һайлап алынған.
Сифат кубоктарын һәм беренсе дәрәжә дипломдарҙы ике предприятие – «Пакер» фәнни-производство фирмаһы менән «Техноплекс» заводы алды.
Икенсе урынды Стәрлетамаҡтың ике предприятиеһы бүлеште: «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәте – абруйлы сифат конкурсының даими ҡатнашыусыһы, 2005 йылғы лауреат, Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы төбәктән ситтә лә киң билдәле. Был предприятиеның продукцияһын халыҡ-ара баҙарҙа ла лайыҡлы баһалағандар.
Бүләкләнеүселәр исемлегендә «Башҡортостан баҡыры» йәмғиәте, «Башҡортостан хеҙмәтте һаҡлау, производствола экология һәм хәүефһеҙлек тармаҡ-ара институты» дәүләткә ҡарамаған профессиональ белем биреү учреждениеһы, «Башгип­ронефтехим» дәүләт унитар предприятиеһы, «Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты» йәмғиәте лә бар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға