«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Фиҙакәр хеҙмәткә – юғары баһа



01.06.2012 Фиҙакәр хеҙмәткә – юғары баһа

Башҡортостандың танылған музыка уҡытыусыһы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Миләүшә Мортазина Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән II дәрәжә Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн ордены менән бүләкләнде.
Указда билдәләнеүенсә, был юғары наградаға Миләүшә Ғәли ҡыҙы «илдең мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн» лайыҡ булған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға