«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Кадрҙар ентекле һайлап алынасаҡ



01.06.2012 Кадрҙар ентекле һайлап алынасаҡ

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Кадрҙар буйынса комиссия булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Был – дәүләт граждан хеҙмәтенең дәүләт һәм етәксе вазифаларына, шулай уҡ республика ҡарамағындағы ойошмалар етәкселәре вазифаһына тәғәйенләү өсөн кандидаттар һайлау менән шөғөлләнәсәк коллегиаль кәңәшмә органы. Комиссия бурысына тағы ла республика дәүләт органдарына һәм урындағы үҙидара органдарына кадрҙар мәсьәләһе буйынса тәҡдимдәр әҙерләү, төбәктең кадрҙар сәйәсәте буйынса башҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү инә.
Республика Президенты рәйеслек иткән кадрҙар буйынса комиссия составында – 17 кеше. Уның эшенә ғалимдарҙы, йәмәғәтселек вәкилдәрен, бойондороҡһоҙ эксперттарҙы йәлеп итеү ҙә планлаштырыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға