«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



29.05.2012 Өс һөйләм менән

Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында оло йәштәге талантлы кешеләр өсөн “Мин яратам һине, тормош!” тип аталған байрам ойошторолдо. Унда әбей-бабай­ҙар биҙәү сәнғәте күргәҙмәһендә ҡатнашты, концерт та күрһәтте. Байрамға килгән ололар араһында 90 йәшен тултырғандар ҙа бар ине.

Рәсәй балалар фондының Башҡортостан бүлексәһе 25 майҙан 15 июнгә тиклем балалар­ға посылкалар йәки аҡса ебәреү буйынса хәйриә акцияһы үткәрә. Был сара етем йәки ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға матди ярҙам итеү маҡсатын ҡуя. Хәйриә акцияһында теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

31 майҙа Өфөлә “Экологик хәүефһеҙлек буйынса иң һәйбәт белгес – 2012” республика конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ. Быйыл конкурсанттарҙы ике категорияға бүлеп ярыштыралар – эре һәм бәләкәйерәк предприятиеларҙа эшләүсе белгестәр айырым көс һынашасаҡ. Конкурс йәмғиәтте тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға айырыу­са етди ҡарарға өйрәтеү маҡсатында үткәрелә.

Ошо көндәрҙә РФ Дәүләт Думаһы митингыларҙа, урам акцияларында закон боҙған өсөн штраф һалыу тураһында закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Уны хуплаһалар, граждандар өсөн штраф бер миллион һумға тиклем була, вазифалы кешеләргә – миллион ярым һумғаса. Бығаса тәүгеләренә, йәғни ябай ҡатнашыусыларға – биш, ойоштороусыларға 50 мең һум тип билдәләнгәйне.

Йыл башынан алып баш ҡаланың халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте ярҙамында һигеҙ меңдән ашыу кеше эшкә урынлаштырылған. Бөгөн талап ителгән һөнәрҙәрҙе үҙләштереү өсөн уҡытылғандар һаны меңдән ашыу. Шуныһын да билдәләргә кәрәк − Өфөлә эшһеҙҙәр һаны вакансиялар һанынан кәмерәк.

Башҡортостанда Европа илдәренә виза эшләү хоҡуғы булған Берләштерелгән сервис-виза үҙәге асылды. Хәҙер беҙҙең республика халҡы “шенген”ды үҙебеҙҙә алыу мөмкинлегенә эйә. Яңы үҙәк аша Австрия, Болгария, Греция, Дания, Испания, Мальта, Норвегия, Чехия һәм Швецияға виза алырға мөмкин.

Алдан һанап сығарыуҙар буйынса, Башҡортостан йән башына ҡарап билдәләнгән килем күләме буйынса Рәсәй төбәктәре араһында 19-сы урынды биләй. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр беҙҙә бер кешенең аҡса килеме 19314 һум булған. Был 2010 йылғы күрһәткестәрҙән юғарыраҡ.

16 июндә Өфөлә “Коляс­калар парады” үтәсәк. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала, сараға велисипедта йөрөгән бәләкәй балалар ҙа саҡырыла. Парад Дәүләт циркы бинаһы янында башланасаҡ.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға