«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Стәрлетамаҡта – ҡала көнө



29.05.2012 Стәрлетамаҡта – ҡала көнө

Республиканың, Өфөнән ҡала, иң ҙур ҡалаһы Стәрлетамаҡ халҡы үткән шәмбелә байрам сараларында ҡатнашты. Бында ҡала һәм Химиктар көнө билдәләнде. Стәрлетамаҡҡа 246 йыл тулды. Концерттар, тамашалар, тантаналы сығыштар ҡаланың тиҫтәләгән майҙанында булды.
Ленин проспектындағы скверҙа балалар ижады күргәҙмәһе хасил булғайны. Коляскалар парады, һуңғы арала йыш үткән флешмоб, һабын ҡыуығы фестивале, спорт саралары – барыһы ла булды. Мәскәүҙән эстрада «йондоҙҙары» ла килгәйне.
Логистик үҙәктең тәүге сираты сафҡа индерелеүе ҡала байрамының төп сараларының береһе булды тиергә мөмкин. Тантанала БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, ҡала мэры Алексей Изотов, Стәрлетамаҡ ҡала советы депутаты, дүрт тапҡыр Паралимпия чемпионы Ирек Зарипов ҡатнашты.
Был объект асылыу менән ҡалала мең ярым самаһы яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, бюджет­ҡа ла өҫтәмә килем буласаҡ.
Байрам алдынан 24 кешегә Стәрлетамаҡтың иң юғары баһаһы – «ҡала алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе лә тапшырылды. ҡала көнө, йола буйынса, иҫ киткес сағыу фейерверк менән тамамланды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға