«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ябыҡ зона тормошо матбуғат өсөн асыҡ



25.05.2012 Ябыҡ зона тормошо матбуғат өсөн асыҡ

Өфөлә Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең (ФСИН) территориаль органдарының һәм мәғариф учреждениеларының матбуғат хеҙмәттәре етәкселәренең йыйыны үтте.
Форумда ҡатнашыусылар киң мәғлүмәт саралары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән килешеп эш итеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Профсоюздар йортонда үткән сараны асыу тантанаһында Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Виктор Шалыгин, Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең матбуғат бюроһы начальнигы Александр Кромин, Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса Баш идаралығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы рәйесе Нина Федянина, Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса Баш идаралығы ҡарамағындағы мәғлүмәт советы рәйесе Азамат Сәйетов ҡатнашты.
Форум барышында семинарҙар, «түңәрәк өҫтәл»дәр, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа саралар уҙғарылды, матбуғат хеҙмәттәре әҙерләгән видеосюжеттар һәм фильм­дар тикшерелде. Бөгөн енәйәт-башҡарыу системаһы эшмәкәрлеге хаҡындағы иң яҡшы журналист эшенә «Тәртип һағында» VI Бөтә Рәсәй смотр-конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға