«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Республика башлығы велосипедсыларға ҡушылды



22.05.2012 Республика башлығы велосипедсыларға ҡушылды

Республика башлығы велосипедсыларға ҡушылды
Өфөлә Халыҡ-ара велосипедсылар көнөнә арналған «1000 велосипедсы көнө» спорт байрамы уҙҙы. Был сарала ҡатнашыусылар менән бергә Ленин исемендәге майҙандан алып Салауат Юлаев исемендәге майҙан араһын – 10 саҡрым оҙонлоҡтағы юлды велосипедта республика етәксеһе лә үтте. Баш ҡалала икенсе тапҡыр үткәрелгән спорт байрамында 1500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.
– Был спорт төрө менән яңыраҡ шөғөлләнә башланым. Һеҙҙең менән бергә был араны үтеп, велоюлдың нисегерәк булыуын күргем килә. Ә артабан был хәрәкәтте үҫтерәсәкбеҙ. Киләһе йылға – ике мең, артабан биш мең кеше булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. ҡасандыр ярты Өфө мотлаҡ велосипедҡа ултырасаҡ, – тип, Рөстәм Хәмитов әлеге сараны хуплауын белдерҙе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға