«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ҡултамғалар йыйыу дауам итә



11.05.2012 Ҡултамғалар йыйыу дауам итә

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, «Комдив Шайморатов. Геройҙың ҡайтыуы» акцияһында ҡатнашып, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шаймора­товҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исемен биреүҙе юллап, Баш­ҡортостандың 57 муниципаль бе­рә­мегендә йәшәүсе халыҡтан 185 меңдән ашыу ҡултамға йыйҙы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы, «Радио России-Баш­кортостан» һәм Башҡортостан хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар союзы ҡатнашлығында ойошторолған акцияға шулай уҡ төбәктең башҡа йәмәғәт ойошмалары ҡушылды.
Сарала Белорет районы халҡы әүҙем ҡатнашҡан, бында 10650 ҡултамға йыйылған. Шулай уҡ Ейәнсура, Благовар, Көйөргәҙе, Йәрмәкәй, Дүртөйлө, Дыуан, Бүздәк, Яңауыл, Борай, Баҡалы, Ғафури, Учалы, Кушнаренко райондары, Өфөнөң Калинин һәм Киров райондары халҡы акцияға ҙур ярҙам күрһәткән.
Дивизия ветерандары һәм йәштәр алдында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты исемлекте 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейына тап­шыр­ған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, акция сиктәрендә ҡултамға йыйыу пункты Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27 адресы буйынса 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында урынлашҡан. Телефондар: (347) 227-52-02, 227-47-57.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға