«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан көндәре яңы хеҙмәттәшлеккә юл асыр



27.04.2012 Башҡортостан көндәре яңы хеҙмәттәшлеккә юл асыр

Мәскәү ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Собянин Рәсәйҙең баш ҡалаһында Башҡортостан мәҙәниәте көндәре уңайынан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа ҡотлау сәләме ебәрҙе.
– Мәскәү Хөкүмәте исеменән һеҙҙе һәм Мәскәүҙә Баш­ҡортостан Республикаһы көндәрендә ҡатнашыусыларҙы ысын күңелдән ҡотлайым. Мәскәү ҡалаһындағы байрам­дар­ҙың, эшлекле һәм ижтимағи-сәйәси сараларҙың бай палитраһында Башҡортостан Респуб­ликаһы айырым урын алып тора. Был иһә үҙ-ара ышаныстың юғары кимәле, Мәскәү халҡының Башҡор­тостан халҡына ихтирамы, быуаттар дауамында ике төбәкте бәйләгән дуҫлыҡ ептәренең, сәйәси, иҡтисади бәйләнештәрҙең ныҡлығы тураһында һөйләй, – тиелә ҡотлау сәләмендә.
Сергей Собянин Башҡор­тостан Республикаһы көндәренең үҙ-ара хеҙмәттәшлектең яңы биттәрен асырға, эшлекле һәм мәҙәни бәйләнештәрҙең киңәйеүенә булышлыҡ итеренә ышаныс белдергән. Әйткәндәй, был көндәрҙә баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы бай мәҙәни программа көтә. Мәскәү Халыҡ-ара музыка йортонда Башҡортостан сәнғәт оҫталарының концерты, “Башҡортостан – Евразия ынйы­һы” тип аталған фотокүргәҙмә, китаптар, биҙәү сәнғәте һәм халыҡ һөнәрселек әйберҙәренең күргәҙмәһе ойошторола. “35 мм” кинотеатрында “Башҡорт киноһы көнө” үтә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға