«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



27.04.2012 Өс һөйләм менән

24 апрелдә Мәскәүҙә БР Пре­зи­денты Рөстәм Хәмитов музыкант Олег Киреевҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән билдә тапшырҙы. Был маҡтаулы исемгә ул юғары профессиональ оҫталығы һәм Башҡор­тостан Республикаһында музыка сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн лайыҡ булды. Олег Киреев юғары награда өсөн республика етәксеһенә рәхмәт белдереп, Рөстәм Зәки улын Европа, донъя сәнғәтен яратыусы һәм милли фольклорға һаҡсыл ҡараусы кеше булараҡ белеүен билдәләне.

Беренсе майҙа Башҡор­тос­тан профсоюздары федерацияһы Өфөнөң Ленин майҙанында акция үткәрә. Профсоюздар митингыға «Лайыҡлы хеҙмәт хаҡы өсөн!», «Йәштәр һәм ветерандар именлеге өсөн!» һ.б. плакаттар менән сығырға ниәтләнә. Сарала концерт була, балалар һүрәттәре конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ, каруселдәр бушлай эшләйәсәк.

Йылайыр районының Юлды­бай ауылында 29 – 30 апрелдә яҙғы-йәйге туризм миҙгелен асыу тантанаһы үтәсәк. Ошо уңайҙан туристар Һаҡмар йылғаһы буйлап һалда ағып төшөргә ниәтләй. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән вәкилдәр йыйыла.

Башҡорт дәүләт университетының биш студенты «Универ­сиада – 2013 йөҙҙәре» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулап, XXVII Бөтә донъя йәйге универсиаданың бүләкләү төркөмөнә инде. Улар – иҡтисад, география, философия һәм социология факультеттары, Хоҡуҡ институты студенттары ‒ Алексей Юш­ков, Галина Ибраһимова, Айгөл Әхтәриева, Диана ҡотлоғужина, Ринат ҡайғолов. Тап ошо йәштәр ҡаҙандағы Универсиаданың еңеүселәренә миҙалдар тапшырасаҡ.

Йыл башынан Баш­ҡор­тос­тан­да ҡотороҡ сире арҡаһында алты хайуандың (дүрт эт, берәр бесәй һәм төлкө) үлеүе теркәлгән. Был, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, әҙерәк. Меди­цина учреждениеларына ҡоторған хайуан тешләү ихтималлығы менән 2430 кеше мөрәжәғәт иткән.

Май байрамдарында «Рәсәй почтаһы» клиенттарын өҙөклөкһөҙ хеҙмәтләндереү өсөн 30 апрелдән 2 майға һәм 7-һенән 10 майға тиклемге осорҙа почта бүлексәләрендә махсус эш режимы билдәләнә. 30 апрелдә һәм 8 майҙа бөтә клас­тағы почта бүлексәләре билдәләнгән график буйынса эшләй, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. 1 һәм 9 май – ял көнө, ә 2, 7 һәм 10 майҙа почта бүлексәләре, почтамттарҙың клиенттар залы ғәҙәттәге режимда эшләйәсәк.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға