«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Парктар маршы» старт алды



24.04.2012 «Парктар маршы» старт алды

Башҡортостанда «Парктар маршы – 2012» республика акцияһы башланды.
Республика Хөкү­мәте ҡарарына ярашлы, дәүләт тәби­ғәт ҡурсаулыҡтарына, «Башҡортостан» мил­ли паркына, тәбиғи парктарға, балалар экологик ойошмаларына һәм ижтимағи берекмәләргә акцияны үткәреү буйынса саралар планын раҫларға тәҡдим ителде. Эко-акцияға БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 1 июнгә тиклем йомғаҡ яһаясаҡ.
Билдәле булыуынса, республикала «Парктар маршы» 1996 йылдан башлап йыл һайын үткәрелә. Уның төп маҡсаты – айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләренең проблемаларына республика халҡының иғтибарын йәлеп итеү.

С. АМАНТАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға