«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



20.04.2012 Өс һөйләм менән

Санкт-Петербургта «Баш­ҡор­тостан» сауҙа йорто асылды. Тантаналы сараға республиканан Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев етәкселегендәге делегация барҙы. Сауҙа йорто Санкт-Петербург менән Башҡортостан араһында төҙөлгән сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәҙәни һәм социаль өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүҙе тормошҡа ашырыу сигендә асылды.

Еңеү көнө алдынан Башҡор­тостанда «Георгий таҫмаһы» һәм «1941 – 1945-те иҫләйбеҙ!» акциялары үтәсәк. «Георгий таҫмаһы»н таратыу беҙҙә 2005 йылдан алып ойошторолһа, «1941 – 1945-те иҫләйбеҙ!» акцияһын үткәреүҙе «Башҡортостандың мәҙәни донъя­һы» интернет-порталы тәҡдим итте. Акция барышында ветерандар һәм мәктәп уҡыусылары республикабыҙҙың Хәрби Дан музейына, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуған яғына барасаҡ.

Шаршамбы кисендә «Өфө» халыҡ-ара аэропортына авария хәлендә Шанхайҙан Франкфуртҡа осоусы Боинг – 747 самолеты төштө. Салонда электр сымы төтәү арҡаһында сит ил авиатранспорты экипажы беҙҙә туҡталырға рөхсәт һораған. Самолеттағы 311 пассажир зыян күрмәгән.

Башҡортостан уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаларында уңыштар яулай. Астрономия буйынса олимпиадала Салауат ҡалаһының 1-се лицейы уҡыусыһы Альберт Шәйхетдинов еңеү яулаһа, Өфөнән Артур Хашаев – информатика, Стәрлетамаҡтан Алһыу Салауатова әҙәбиәт буйынса һынауҙа – призерҙар исемлегендә. Әлегә 10 еңеүсе дипломы бар, алда – тағы 12 олимпиада.

М. Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы «Көмөш шпага» III сәхнә фехтованиеһы фестивалендә иң яҡшы сәхнә һуғышы өсөн приз алды. Быйыл 23 театр ҡатнашҡ­ан сарала яҡташтарыбыҙ «Ромео һәм Джульетта» спектакленән өҙөк күрһәткән. Бындағы фехтование алышын театр актеры Зөлфәр Әхмәтов әҙерләгән.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға