«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенә – 25!



20.04.2012 Ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенә – 25!

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең 25 йыллығына арналған тантаналы йыйылыш үтте. БР ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте 70 ҡала һәм район, 1386 ауыл, 752 предприятие, ойошма һәм учреждениеның ҡатын-ҡыҙҙар советтарын берләштерә. Бынан тыш, уға алты ижтимағи ойошма инә. Ун йылдан ашыу ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте менән Рәшиҙә Солтанова етәкселек итә.
БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Виктор Пчелинцев тантаналы йыйылышта Башҡортостан Прези­денты Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау сәләмен уҡып ишеттерҙе.
– ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте – республика ижтимағи тормошоноң әүҙем һәм мөһим ҡатнашыусыһы. ҡатын-ҡыҙҙарҙың берләшеүе республиканың социаль-иҡтисади сәйәсәтен үткәреүгә, демографик хәлде яҡшыртыуға, балалыҡты һәм әсәлекте, рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлауға мөһим өлөш индерә, – тиелә ҡотлау хатында.
БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай исеменән БР ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтен вице-спикер Лилиә Ғүмәрова тәбрикләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға