«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Гитара ярҙам иткән



17.04.2012 Гитара ярҙам иткән

Стәр­летамаҡ ҡалаһында бер юлы өс кеше үлтерелә. Туғандарына хәл белергә килгән егет, мәйеттәрҙе тап итеп, полицияның дежур бүлегенә хәбәр итә. Улар – уның өләсәһе, инәһе һәм уның ире. Полиция фатирҙы тентегән мәлдә гитара табып ала. Ә йортта йәшәүселәрҙең береһе лә был музыка инструментында уйнамаған.
Тәртип һаҡсылары гитаралағы бармаҡ эҙҙәрен тикшереп, ике үлтереүсене лә ҡулға ала. Асыҡланыуынса, мәрхүм булыусыларҙың өйөндә байрам ойошторолған. Ир менән ҡунаҡтар араһында аңлашылмаусанлыҡ тыуа һәм улар уны үлтерә. Кәрәкмәгән шаһиттарҙан ҡотолор өсөн ике ҡатындың да ғүмерен өҙәләр. Енәйәтселәр тиҙҙән суд алдына баҫасаҡ.

БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға