«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » КҮМӘКЛӘГӘН...



17.04.2012 КҮМӘКЛӘГӘН...

КҮМӘКЛӘГӘН...
Өфөлә 14 апрелдә үткән беренсе дөйөм ҡала өмәһендә 120 меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Йыйылған сүп-сар күләме 6400 кубометрҙан ашыу тәшкил итте.
Экологик өмә ваҡытында 9,9 миллион квадрат метр урам-юл селтәрҙәре, 2,7 миллион квадрат метр ҡала һәм урман парктары, 12,6 миллион квадрат метр квартал араһы һәм өй алды биләмәләре сүп-сарҙан та­ҙартылды, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфө коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығының производство-техник бүлеге белгесе Игорь Аристов.
Өмә барышында яҡынса 1000 квадрат метр ҡала юлы, 1800 метрҙан ашыу ҡойма ремонтланды. Шулай уҡ 340 төп ағас һәм 150 төп ҡыуаҡ ултыртылды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға