«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



17.04.2012 Өс һөйләм менән

Республиканың ауыл хужалығы предприятиелары, былтыр­ғы йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, һөт етештереү күләмен – һигеҙ, ә һатыуҙы 12 процентҡа күтәргән. Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Саҡ­мағош райондарында һиҙелерлек үҫеш бар. Дөйөм алғанда, йыл башынан 385 мең тонна һөт етештерелгән, шуның ярайһы ғына өлөшө – крәҫтиән-фермер хужалыҡтарыныҡы.

Башҡортостанда бер төркөм йәштәр «Беҙҙең уртаҡ Еңеү» дөйөм Рәсәй проекты өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында видеороликтар төшөрә. Үҙ теләге менән акцияға ҡушылған ике меңләгән йәш кеше ветерандарға йөрөп, уларҙың иҫтәлектәрен видеокамераға яҙҙыра. Артабан бөтә материалдар ҙа www.41 – 45.su сайтына урынлаштырыла һәм РФ Дәүләт архивына ебәрелә.

Төркиәнең Конья ҡалаһында «Мең һулыш һәм бер тауыш» V халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале асылды. Унда Сибайҙың «Сулпан» башҡорт театры «Мөхәббәт һәм нәфрәт» спектаклен күрһәтәсәк. Фести­валдә Әзербайжан, Болгария, ҡаҙағстан, ҡырғыҙстан, Төркиә, Төньяҡ Кипр театрҙары һәм Татарстандың Түбәнге Кама татар драма театры ҡатнаша.

Кисә «Аҡ торна» II халыҡ-ара төрки телле поэзия тәржемәһе конкурсы старт алды. Быйыл ижади бәйгегә «Философик лирика», «Гражданлыҡ лирикаһы», «Мөхәббәт лирикаһы» номинациялары индерелгән. Әйткәндәй, былтыр тәүгә үткәрелгән конкурс бик үҙенсәлекле тип баһаланғайны.

Санкт-Петербург дәүләт уни­верситеты ҙур интеллектуаль бәйгеләрҙең береһе – мәктәп уҡыусылары олимпиадаһына йомғаҡ яһаны. Башҡортостан ағымдағы уҡыу йылында ошо олимпиадала еңеүселәр һәм призерҙар һаны буйынса алдынғы төбәктәр исемлегенә инде. Әлеге бәйгелә Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән һәм яҡын сит илдәрҙән йәмғеһе 52 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

Өфөлә ҡулланыусылар хо­ҡуҡтарын яҡлау буйынса «ҡыҙыу линия» асылды. Уның маҡсаты – баш ҡала һәм республика халҡына, ҡулланыусылар һәм хеҙмәтсәндәр булараҡ, хоҡуҡтары һәм уларҙы ҡулланыу механизмдары хаҡында мәғлүмәт биреү. +7 (347) 299-24-77 «ҡыҙыу линия» телефоны эш көндәрендә, шулай уҡ ял һәм байрам көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан төнгө 11-гә тиклем эшләй.

Был аҙна иң йылы аҙналар­ҙың береһе буласаҡ, тип хәбәр итә синоптиктар. Көндөҙ һауа температураһы 25 градусҡа етәсәк, төндә лә сағыштырмаса йылы була. Күҙаллауҙар буйынса, ямғырҙар ҙа көтөлмәй.
А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға