«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Умырзаяларҙы өҙмәгеҙ!



10.04.2012 Умырзаяларҙы өҙмәгеҙ!

Умырзаяларҙы өҙмәгеҙ!
Тиҙҙән бөтә ил буйынса яҙҙың тәүге сәскәләрен һаҡлауға йүнәлтелгән акция башланасаҡ.
ҡар иреү менән беҙҙең республикала, умырзая, кәзә һаҡалы (кәкүк емеше) менән бер рәттән, апрель – майҙа елбәгәйҙең (ветреница), яҙ йондоҙоноң (хохлатка) бер нисә төрө сәскә ата.
Умырзая – улар араһында иң ҡиммәтле дарыу үләндәренең береһе – йылдан-йыл дөрөҫ өҙөп алмау сәбәпле һирәгәйә бара.
Әле бер умырзаяны өҙгән өсөн 300 һум штраф ҡаралған. Уны һатҡан, һатып алған йә ҡайҙалыр оҙатҡан өсөн штраф күләме өс тапҡырға арта. «ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән сәскә үҫкән урындарҙы эшлектән сығарған өсөн штраф күләме – бер гектарға 450 мең һум.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға