«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Мәскәүҙә – Башҡортостан Респуб­ликаһы көндәре



10.04.2012 Мәскәүҙә – Башҡортостан Респуб­ликаһы көндәре

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 26 – 28 апрелдә Мәскәүҙә Башҡортостан Респуб­ликаһы көндәрен үткәреү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Республика көндәре Башҡортостан менән Рәсәй төбәктәре араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм артабан үҫтереү маҡсатында үткәрелә. Уның барышында Мәскәүҙә республиканың сәнәғәт һәи инвестиция ҡеүәтен күрһәтеүсе эшлекле форум, төрлө темалар буйынса «түңәрәк өҫтәл»дәр, Мәскәү һәм Башҡортостан эшҡыуарҙарының осрашыуҙары ойоштороласаҡ. Башҡортостандың рәсми делегацияһы илебеҙ баш ҡалаһына эш сәфәрендә ике төбәк араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуясаҡ.
Башҡортостан Республикаһы көндәрендә мәскәүҙәрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын ҙур мәҙәни программа ла көтә. Мәскәү халыҡ-ара музыка йортонда Башҡортостан сәнғәт оҫталарының концерты үтәcәк, «Башҡор­тостан – Евразияның ынйыһы» тип аталған фотокүргәҙмә, шулай уҡ халыҡ кәсептәре һәм биҙәү сәнғәте әйберҙәре, Башҡор­тостан рәссамдарының күргәҙмәһе ойоштороласаҡ, баш­ҡорт дизайнерҙарының кейем коллекцияһы күрһәтеләсәк, башҡорт китаптары һатыуға ҡуйыласаҡ. «35 мм» кинотеатрында Башҡорт киноһы көнө уҙасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға