«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Баҫыуҙа гөрләһәң, ырҙында йырларһың



30.03.2012 Баҫыуҙа гөрләһәң, ырҙында йырларһың

Ошо көндәрҙә БР Президенты Рөстәм Хәмитов Воронежда үткән төбәктәрҙең яҙғы сәсеүҙе үткәреүгә әҙерлегенә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны РФ Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин алып барҙы. Кәңәшмәлә ауыл хужалығы предприятиеларын яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашлама, орлоҡ, техника һәм финанс ресурс­тары менән тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды.
Яҙғы баҫыу эштәрендә Баш­ҡортостанда 14 меңгә яҡын трактор файҙаланыласаҡ. Был – республикалағы трактор паркының 80 проценты. 10400-ҙән ашыу трактор агрегаты баҫыуҙарҙы сәсеүгә әҙерләйәсәк, тағы 4680 агрегат сәсеүгә төшәсәк. 10 апрелгә тиклем ауыл хужалығы техникаһы эшкә тулыһынса әҙерләнеп бөтәсәк һәм дәүләт техник тикшереүе үтәсәк.
БР Ауыл хужалығы министрлығында әйтеүҙәренсә, техниканы теүәл файҙаланғанда, иген сәсеүҙе 12 − 14 көндә тамамларға була.
Сәсеүҙә дүрт МТС-тан 156 сәсеү комплексы һәм 19 агрегат ҡатнашасаҡ. МТС-тар көсө менән 267 мең гектар майҙанды сәсеү планлаштырыла. Яҙғы сәсеү өсөн машина-технологик станцияларҙың 189 мең гектарҙан ашыу сәсеүлеге бар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға