«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



20.03.2012 Донъя яңылыҡтары

Германияла – яңы Президент

Германияның Федераль Йыйы­лышы яңы Президент һайланы.
72 йәшлек лютеран пасторы, билдәле хоҡуҡ яҡлаусы Йоахим Гаукка күпселек тауыш бирелгән. Ул сәйәси эшмәкәрлеген элекке ГДР-ҙа башлаған, 90-сы йылдарҙа Дәүләт именлеге министрлығы идарасыһы булған. Йоахим Гаук ике йыл элек президентлыҡҡа үҙенең кандидатураһын тәҡдим иткән булған. Немецтар уға ҙур өмөт бағлай. Улар илдең яңы етәксеһе, алдағыһынан айырмалы, насар ҡылыҡтарҙан азат булһын ине тип теләй.

“Иҡтисади терроризм”ға ҡаршыбыҙ!”

Нью-Йоркта «Уолл-стритты баҫып ал!» акцияһында ҡатнашыу­сы етмешкә яҡын кеше ҡулға алынған.
Тәртип һаҡсылары демонстранттар менән әҙәпле ҡыланып тормаған – баш-баштаҡлыҡ күрһәтеүселәрҙе шундуҡ полиция пунктына оҙатҡандар. Ике яҡ араһында бер нисә тапҡыр асыҡтан-асыҡ алыш ҡупҡан, яраланыу­сылар бар.
Был акция былтыр сентябрҙә Нью-Йоркта башланған, шунан Американың башҡа ҡалаларына, Европаға таралған. Унда ҡатнашыусылар «иҡтисади терро­ризм»­ға, эшһеҙлеккә һәм иҡтисади институттар эшмәкәрлегенә ҡаршы сыға, байҙарҙың һалымын арттырыуҙы талап итә.

Янартау уянған

Италияла планеталағы иң хәүефле янартау – Этна уянған.
Кратерҙан ете километр бейеклегендә төтөн бағанаһы күтәрелгән. Белгестәр әйтеүенсә, вулкан урындағы халыҡҡа ҡурҡыныс тыуҙырмай. Катаниялағы халыҡ-ара аэропорт та элекке режимында эшләй. Был – Эт­наның йыл башынан дүртенсе тапҡыр үҙе хаҡында белдереүе.

ҡытайҙар рус телен өйрәнә

ҡытай сигенә яҡын урынлашҡан ҡалаларға Приморьенан көн һайын меңдән ашыу Рәсәй гражданы килә.
Ғәҙәттән тыш хәл тыуған мәлдә һәр секунд ҡәҙерле. Ә телде белмәү арҡаһында ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыу ауырға төшә. Шуның өсөн ҡытай ҡотҡарыусылары рус телен өйрәнергә булған. Улар өсөн аҙнаһына бер тапҡыр рус теле дәресе үтә.

Тағы ла балалар…

Европала балалар ҡатнашлығында тағы ла юл-транспорт фажиғәһе булған.
Польшаның Лодзь ҡалаһы янында спортсы үҫмерҙәр командаһы китеп барған автобус еңел машина менән бәрелешә һәм юл ситенә сығып түңкәрелә. Авто­буста ун туғыҙ кеше булған, шулар­ҙың ун алтыһы тән йәрәхәттәре алған, дүртәүһе ауыр хәлдә.


Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға