«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



20.03.2012 Өс һөйләм менән

Республикала ярауай итеп сәсеү өсөн һаҡланған орлоҡ етерлек күләмдә – 269 мең тонна. Ужымды яңынан сәсергә тура килгән осраҡта ҡулланылырға тейешле резервтағы орлоҡ 35 тонна тәшкил итә. Әле бөтә хужалыҡтарҙа ла орлоҡто махсус препараттар менән ағыулау эштәре бара.

Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжында яңы корпус асылды. Хәҙер был уҡыу йортоноң яңы кластары, сит телдәрҙе өйрәнеү өсөн махсус кабинеттары, ашханаһы, конференц-залы бар. Бинаны асырға бағыу­сылар ярҙам иткән.

Башҡортостанда федераль бюджеттан финанс ярҙамы алырға теләгән социаль йүнәлештә эшләүсе коммерция булмаған ойошмаларҙың исемлеге төҙөлгән. Унда ингән 126 ойошма пландарын тормошҡа ашырыу өсөн федераль бюджет бирә алғандан 10 тапҡырға күберәк аҡса һорай. Атап әйткәндә, Рәсәй ҡаҙнаһынан киләсәк аҡса 23 миллион 773 һум тәшкил итә, ә ғаризалар 262 миллион һумлыҡ суммаға бирелгән.

Быйыл Башҡорт дәүләт университетында «Геологик разведка технологияһы» тигән специальность буйынса белгестәр әҙерләй башлаясаҡтар. Яңы һөнәрҙе үҙләштерергә теләүсе абитуриенттар математика, физика һәм рус теле буйынса БДИ һөҙөмтәләрен тапшырырға тейеш. Яңы специальность буйынса БДУ-ның Физика-техник институтында белгестәр әҙерләнәсәк.

Салауат ҡалаһында йәшәүсе бер ҡатын, урамда кешеләр үҙенә тәмәке бирмәгәнгә үсегеп, булмаған террор хаҡында полицияға хәбәр иткән. 27 йәшлек йәш ҡатын быға тиклем дә мутлыҡтары өсөн полиция ҡулына эләккән булған. Хәҙер уға өс йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.

Үкенескә күрә, пилоттарҙы лазер ярҙамында һуҡырайтырға маташҡан енәйәтселәр һаман да осрай. Ошо көндәрҙә Өфөлә кемдер 11 километр бейеклектә осҡан һауа судноһына табан йәшел ут тоҫҡаған. Әле был енәйәтсене эҙләү эше бара.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға