«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ректорҙар буласаҡ студенттар менән осрашты



28.02.2012 Ректорҙар буласаҡ студенттар менән осрашты

Благовещен ҡалаһында республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттары ректорҙары советының күсмә кәңәшмәһе үтте.
Был сарала М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия, Башҡорт дәүләт аграр, Өфө дәүләт авиация техник, Башҡорт дәүләт медицина университеттары, Өфө дәүләт сервис академияһы ректорҙары менән осрашыуға Благовещен районы хакимиәте башлығы Фәрит Фазылов һәм мәктәптәр, урта махсус, һөнәри белем биреү учреждениелары уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре лә килгәйне.
Кәңәшмәлә берҙәм дәүләт имтиханы, вузға уҡырға инеү тәртибе буйынса һорауҙар байтаҡ булды. Студенттарҙың ижтимағи тормошта ҡатнашыуы, йәштәр проблемалары ла ситтә ҡалманы. Ректорҙарға ярай­һы уҡ күп һорауға яуап бирергә тура килде – осрашыуға йыйылыусылар юғары уҡыу йорттары менән ныҡ ҡыҙыҡһына ине.
Әйткәндәй, ректорҙар советы быға тиклем Шишмә, Дүртөйлө райондарында, Бәләбәй ҡалаһында күсмә ултырыш уҙғарғайны. Яҡын арала шундай сара Дыуанда һәм Стәрлетамаҡта ла көтөлә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға