«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Беҙгә революция кәрәкмәй!»



07.02.2012 «Беҙгә революция кәрәкмәй!»

«Беҙгә революция кәрәкмәй!»
Алдан күҙалланғанса, шәмбелә Рәсәй төбәктәрендә митингылар уҙҙы. Был сараның иң ҙуры, әлбиттә, Мәскәүҙә теркәлде.
Был көндө халыҡты күп йыйған акциялар баш ҡаланың дүрт урынында үтте – Поклонная тауында, Пушкин һәм Болотная майҙандарында, Академик Сахаров проспектында. Дөйөм алғанда, уларҙың барыһы ла бер ниндәй фажиғәһеҙ тамамланды.
Мәскәү мэры урынбаҫары Александр Горбенко белдереүенсә, Поклонная тауында Путинды яҡлап уҙғарылған митингыла ҡатнашыусылар һаны ғына алдан хәбәр иткәндән күпкә артығыраҡ булып сыҡҡан: 15 мең урынына 138 мең самаһы кеше. Шунлыҡтан хатта бер ни тиклем ваҡыт Кутузов проспектын ябып торорға мәжбүр булғандар. Хәҙер ойоштороусыларҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырырға тейештәр.
Тағы ла һандарға туҡталғанда, оппозиция, Академик Сахаров проспектында 30 мең кеше ҡатнашасаҡ, тип ғариза яҙһа ла, килеүселәр 150 самаһынан ашмаған. Болотная майҙанында иһә заявка 50 мең кешегә бирелгән булған, 40 меңләп йыйылғандар. Әлеге урындарҙа митинг «Намыҫлы һайлауҙар өсөн!» лозунгыһы аҫтында үткән. Ә бына ЛДПР-ҙың күҙалланған митингыһына көткәндәренсә мең ярым түгел, ә бер мең кеше килгән.
ҡаланың барлыҡ хеҙмәттәре лә көсөргәнешле режимда эшләгән. Шул да билдәле: акцияларҙа Мәскәү полицияһы ғына һаҡта торған, күрше төбәктәрҙән ярҙам саҡырыуҙың кәрәге булмаған. Болотная майҙанына төтөн шашкалары менән килгән бер нисә йәш кешене иҫәпкә алмағанда, тәртип боҙоусылар теркәлмәгән.
Башҡортостандың баш ҡалаһында ла Владимир Путин яҡлылар «Тиҙҙән яҙ!» тип аталған митинг-концерт ойошторҙо. Бындай сараны үткәреүгә бигерәк тә эшләп йөрөүсе йәштәр теләк белдергән, тип хәбәр итә марттағы һайлауҙа Премьер-министр кандидатураһын яҡлаусы халыҡ штабы. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең мәҙәниәт һарайы алдындағы акцияла өс меңләп кеше ҡатнашты.
Һалҡынға ҡарамаҫтан, сәхнәлә сығыш яһаусы сәйәсмәндәрҙе, йәмәғәт эшмәкәр­ҙәрен, артистарҙы халыҡ ихлас күңелдән алҡышланы.
Өфөлә «Намыҫлы һайлау­ҙар өсөн!» лозунгыһы менән дә митинг үтте. Бында яҡынса 500-ләп кеше ҡатнашты.
Әйткәндәй, РФ Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, акциялар илдең 63 төбәгендә ойошторолған һәм унда ҡатнашыусылар һаны 230 мең самаһы кешегә еткән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға