«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өфө сит ил ҡунаҡтарын ҡаршылауға әҙерләнә



07.02.2012 Өфө сит ил ҡунаҡтарын ҡаршылауға әҙерләнә

«i» билдәһе булған «Өфө-матбуғат» киоскыларын күрһәгеҙ, бер ҙә аптырарға түгел – улар сит ил туристарына уңайлылыҡ тыуҙырыу өсөн уйланылған. Сөнки быйыл баш ҡалабыҙҙа бер нисә халыҡ-ара спорт ярышы үтәсәк. Алдан күҙалланылыуынса, республикаға сит илдән 3 мең тирәһе ҡунаҡ килеүе көтөлә.
– Сит ил ҡунаҡтары Европа менән Өфө араһында әллә ниндәй ҙур айырманы һиҙмәһен өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ, – тине баш ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов. – Район хакимиәттәре менән бергәләп байтаҡ эш башҡарырға тура киләсәк.
Уның әйтеүенсә, шул иҫәптән ресторан менюҙарын һәм урамдарҙың билдә-күрһәткестәрен инглиз теленә әйләндереү буйынса ла эш башҡарыласаҡ. Киоскылар һатыусылары ҡунаҡ-туристар­ға Башҡортостандың баш ҡалаһына арналған брошюраны бушлай таратасаҡ. ҡала хакимиәте сайтында ҡалабыҙҙың матур урындарын һәм маршруттарҙы күрһәткән махсус сайт асыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға