«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Мефистофель еңәме, әллә Фаустмы?



07.02.2012 Мефистофель еңәме, әллә Фаустмы?

Өфөлә Венеция кинофестивалендә еңгән «Фауст» фильмының премьераһы үтте
Кинорежиссер, Рәсәйҙең халыҡ артисы һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Александр Сокуровтың яңы фильмы боронғо мифологиянан Гетеның әҫәренә килеп ингән Фауст образына нигеҙләнеп эшләнгән.
Был билдәле немец яҙыусыһының әҫәрен тулыһынса экранға сығарыу тигән һүҙ түгел, әммә унан күп нәмә алынған. Шул уҡ яуызлыҡ менән изгелектең, кеше менән уны дөрөҫ юлдан тайпылдырыр­ға теләүсе шайтандың көрәше. Тик кем еңере билдәһеҙ − фильмдың аҙағында Фауст Мефистофелде таш менән күмеп ҡуйһа ла, уның үлгәнме-юҡмы икәнен береһе лә белмәй. Был ҡуласа, ти был турала Сокуров үҙе. Фильм немец телендә төшөрөлгән. Уны төшөрөү өсөн бик ҙур бюджет − миллиондарса евро талап ителгән. Аҡсаның бихисап өлөшө Прага эргәһендә декорацияларҙан торған ҡаласыҡ төҙөүгә киткән. «Ғөмүмән, бөгөнгө йәш кинорежиссерҙар­ға бик ҡыйынға тура килә. Сөнки улар иҡтисади цензура шарттарына ҡуйылған», − ти Александр Сокуров. Бик ҙур сығым талап иткән «Фауст»ты төшөрөү өсөн уға үҙенә лә байтаҡ ҡына көтөргә тура килә. «Фауст» − Сокуровтың тетралогияһын тамамлаусы дүртенсе фильм. Быға тиклем «Молох», «Телец», «Солнце» фильмдары донъя күргән. Улар – властың тәбиғәтен төптән өйрәнеп төшөрөлгән фәлсәфәүи фильмдар. «Фауст» та шуларҙың дауамы булып тора, уйланмай ғына ҡарай торған фильм түгел.
Был фильм Башҡортостанда «Губернатор премьераһы» проекты сиктәрендә күрһәтелде. Проект коммерция прокатынан алда тамашасылар өсөн фильмдарҙы бушлай күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Проект етәксеһе Андрей Щетинин Өфөнө, проектта ҡатнашырға теләүсе тәүге ҡалаларҙың береһе, ти. Фильмдың «Родина» кинотеатрында үткән премьераһына БР Президенты Рөстәм Хәмитов та килде.
«Рәсәйҙә фильмдың ҡасан киң прокатҡа сығарылыры билдәһеҙ, − ти Сокуров. − Сөнки ул кешенең рухи ихтыяждарынан да тора. Әгәр һорау менән файҙаланмаһа, күрһәтелмәүе лә мөмкин. Был йәһәттән мин уйлай белеүсе, йәмғиәттең алдынғы ҡарашлы кешеләренә иҫәп тотам».







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға