«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан Хөкүмәтенә – «Йәшел аҙна – 2012» призы



03.02.2012 Башҡортостан Хөкүмәтенә – «Йәшел аҙна – 2012» призы

20 ғинуарҙан 29-ына тиклем Берлинда үткән «Йәшел аҙна – 2012» күргәҙмәһендә Башҡор­тостан Хөкүмәте менән Ауыл хужалығы министрлығы унда ҡуйылған продукцияның киң ассортименты һәм юғары сифаты өсөн махсус приз менән бүләкләнде.
«Йәшел аҙна» миҙалына күргәҙмәгә 150-нән ашыу продукцияһын ҡуйған «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса фәнни-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы, продукцияһының 35 төрөн ҡуйған «Башспирт», «Бәләбәй һөт заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Башҡорт дәүләт аграр университетының умартасылыҡ кафедраһы лайыҡ булды.
Республика предприятиелары, юғары наградаларға лайыҡ булыу­ҙан тыш, үҙ продукцияһын Европа баҙарҙарына поставкалау буйынса килешеү ҙә төҙөнө.
Республиканың рәсми делегацияһы Германияның алдынғы хужалыҡтарына экскурсияға ла барҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға