«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



31.01.2012 Донъя яңылыҡтары

Халыҡ риза түгел

Бельгияла Евросоюздың ғәҙәттән тыш саммиты асылыр алдынан халыҡ забастовкаға сыҡҡан.
Был акцияны урындағы профсоюз ойошторған. Улар властың хаҡлы ялға сығыу йәшен арттырыуға (60-тан 62 йәшкә тиклем), эшһеҙлек буйынса түләнгән пособиеның күләме кәмеүгә һәм башҡа ҡаты иҡтисади саралар ҡулланыуға ҡарата ризаһыҙлыҡ белдергән.
Забастовка һөҙөмтәһендә йәмәғәт транспорты йөрөмәй, белем биреү йорттары ябылған, сәнәғәт һәм сауҙа предприятиелары эшен туҡтатҡан. Һөҙөмтәлә саммитта ҡатнашыусылар махсус хәрби аэропортта ғына туҡтай алған.

Әйҙәгеҙ ҡурсаҡ уйнарға!

Лондонда викториан эпохаһындағы ҡурсаҡтар күргәҙмәһе асыл­ған.
Йөҙәрләгән кеше был мөғжизәле күренештең шаһиты булырға йыйылған. Унда йорттар, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, автомобиль – барыһы ла ысынына бер тамсы һыу кеүек оҡшаған, тик 1:24 масштабында кесерәйтеп эшләнгән.
Бындай ҡурсаҡты һатып алыу кәләш алыуға тиң, тип белдерә оҫталар. Сөнки һәр матурҡайҙың бөтә гардеробы, йорто, кәрәк-ярағы лимузин хаҡына тиң.

“Аҡыллы баштар” диңгеҙ аръяғына китәсәкме?

Хәҙер Америка гражданлығын алыу өсөн ни бары унда белем алыу тураһындағы таныҡлыҡты күрһәтеү ҙә етә.
Беҙҙең илдә ҡалырға, уның киләсәге өсөн эшләргә теләү­селәр­ҙең барыһына ла гражданлыҡ биреләсәк, тигән парламентҡа мөрәжәғәтендә АҡШ Президенты Барак Обама. Әгәр ҙә Конгресс был законды ҡабул итһә, Президент шундуҡ уға ҡул ҡуясаҡ.
Был яңылыҡтан иң нығы Рәсәй ҡаза күрәсәк. Беҙҙең “аҡыллы баштар” американдарҙың уңайлы шарттарына әүрәмәҫ, тимә.

Ял урынына...

Һуңғы арала Рәсәй туристары күңелһеҙ ваҡиғаларға йыш тарый.
Был юлы улар “Ланта-Тур-Вояж” туристик компанияһы ғәйебе менән тотҡонда ҡалған. Төрлө илгә юлланған туристарҙың, уларҙың иң күбеһе Таиландҡа барған, өмөт иткән ялы аңлашылмаусанлыҡҡа әйләнгән. Улар алдан уҡ путевканың тулы хаҡын түләгән, әммә аҡса тейешле урынға барып етмәгән. Һөҙөмтәлә туристар отелгә урынлаша ла, унан сығып та китә алмаған. “Ростуризм” башлығы урынбаҫары Таиландҡа барып, мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам иткән. Рәсәйҙең Генераль консуллығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Ланта-Тур-Вояж” компанияһының клиенттары – йөҙләгән турист Гоанан Рәсәйгә ҡайтҡан.

Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға