«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан Донъя уйындарын киләсәктә үҙендә үткәреүгә дәғүә итә



31.01.2012 Башҡортостан Донъя уйындарын киләсәктә үҙендә үткәреүгә дәғүә итә

БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов етәкселегендәге делегацияның Колумбияға сәфәре тамамланды – ул 24 ғинуарҙан 27-һенә тиклем 2013 йылда Донъя уйындарына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында ҡатнашты.
Был ярыштарҙа Олимпиада программаһына инмәгән спорт төрҙәре – ушу, каратэ, джиу джитсу, дельтапланеризм, акробатик гимнастика, спорт бейеүе, софтбол, регби, сквош, боулинг, уҡ атыу, пауэрлифтинг, бильярд, ҡаяға үрләү, дуатлон, спорт ориентиры буйынса донъяның иң көслө спортсылары, донъя чемпиондары ҡатнашасаҡ.
2013 йылда Колумбия Донъя уйындарын үткәреү хоҡуғына эйә булды. Ултырыш барышында Башҡортостан 2021 йылда Донъя уйындарын үҙендә үткәреү өсөн лайыҡлы булыуын презентацияланы.
Донъя уйындары президенты Рон Фройлих менән һөйләшеп килешеүҙәр булды. Ул июндә Өфөгә Баш­ҡортостанда халыҡ-ара спорт форумын үткәреү перспективаларын тикшерергә киләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға