«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Сибайҙың социаль-иҡтисади йөҙө һиҙелерлек үҙгәрәсәк



31.01.2012 Сибайҙың социаль-иҡтисади йөҙө һиҙелерлек үҙгәрәсәк

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Сибай ҡалаһына эш сәфәрендә ундағы социаль һәм сәнәғәт объекттары менән танышты.
Ул ҡала янындағы Арҡайым ҡасабаһының мәғариф комплексында уйын һәм уҡыу бүлмәләрен, медицина кабинеттарын, ашхананы, спорт залын ҡараны. Мәктәп уҡыу­сылары араһында «Ирәндек» боҙ һарайында үткән хоккей буйынса зона спартакиадаһының финал уйынында булды һәм йәш хоккейсыларға яңы еңеүҙәр теләне, шулай уҡ спорт залын ҡарап, тренерҙар менән аралашты.
Артабан Президент 220 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы төҙөлөшө майҙанында булды. Островский урамындағы 2011 йылдың декабрендә файҙаланыуға тапшырылған 24 фатирлы йортта булып, төҙөлөш эштәренең сифаты түбән булыуына иғтибарын йүнәлтте, торлаҡтың бер квадрат метрының хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. Индус­триаль шоссе урамында төҙөлә башлаған йорт урынында Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы хеҙмәткәрҙәре өсөн төҙөлгән торлаҡ менән ҡыҙыҡһынды, комбинаттың Сибай филиалы етәкселеге менән аралашыу барышында производство мәсьәләләре лә ҡуҙғатылды.
Рөстәм Хәмитов Көньяҡ Урал ТЭЦ-ында ла булды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға