«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » 2012 йыл Башҡортостанда Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан ителде



31.01.2012 2012 йыл Башҡортостанда Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан ителде

БР Президенты Рөстәм Хәмитов ошо хаҡтағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, Башҡортостанда Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы сараларын үткәреү буйынса ойоштороу комитетының составы раҫланды. Ойоштороу комитетына 10 февралгә тиклем саралар планын эшләргә һәм раҫларға ҡушылды.
Бынан тыш, республиканың ҡала һәм ауыл райондарына Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылын үткәреү буйынса урындағы ойоштороу комитеттарын булдырырға, шулай уҡ саралар планын эшкәртергә, раҫларға һәм уларҙың үтәлешен тәьмин итергә тәҡдим ителде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға