«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Федераль миграция хеҙмәте тыңлай



27.01.2012 Федераль миграция хеҙмәте тыңлай

Рәсәй, сит ил паспорттарын, гражданлыҡ алғанда ниндәй ҡыйынлыҡтарға осранығыҙ? Беҙҙең республикаға мигранттар күп киләме? Эҙләгән кешеңде федераль миграция хеҙмәте аша табырға мөмкинме?
10 февралдә сәғәт көндөҙгө 3-тә «Йәшлек» гәзитендә уҙасаҡ «тура бәйләнеш»тә Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары, эске эштәр полковнигы Илдан Тәлғәт улы ЙОМАҒОЛОВ гәзит уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирәсәк. Һорауҙарығыҙҙы алдан 273-46-38, 273-31-01 телефондары аша әйтә, хат менән ебәрә алаһығыҙ. Уларҙы «Йәшлек»тең ye02@yandex.ru адресы буйынса электрон почтаһына ла ебәрергә мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға