«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Архитекторҙар ҙа көс һынашмаҡсы



27.01.2012 Архитекторҙар ҙа көс һынашмаҡсы

Башҡортостан төҙөүселәренең республика фәнни-техник йәм­ғиәте, төбәктең Архитекторҙар союзы, республиканың муниципаль берәмектәре хакимиәттәре һәм «ТехноНИКОЛЬ» корпорацияһы ҡатнашлығында Башҡор­тостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты төбәктә «Архитектура Оскары» премияһына дәғүә итеүселәр араһында конкурс иғлан итте.
Унда заказсылар, төҙөлөш һәм проект ойошмалары, шулай уҡ архитектура уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша һәм бер юлы ете номинацияға эштәрен тәҡдим итә ала. Эштәрҙең һаны сикләнмәй.
Конкурсҡа торлаҡ, производство һәм склад биналары, айырым бер территориялағы төҙөлөш, шулай уҡ республика биләмәһендәге төрлө тәғәйенләнештәге йәмәғәт объекттары проекттарын тәҡдим итергә була. Бәйгелә 2010 йылдың мартынан 2012 йылдың мартына тиклем ғәмәлләштерелгән проекттар иҫәпкә алына.
Проектты премияға тәҡдим итеү өсөн эштәрҙе электрон төрҙә CD-RW дискыһында Башҡор­тостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына 10 марттан да ҡалмай ебәреү талап ителә. Һәр еңеүсегә лауреат исеме биреләсәк һәм иҫтәлекле статуэтка, диплом, ҡиммәтле приз йәки аҡсалата премия тапшырыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға