«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Санкт-Петербургта «Башҡортостан» сауҙа йорто асыласаҡ



24.01.2012 Санкт-Петербургта «Башҡортостан» сауҙа йорто асыласаҡ

Был йорт ҡаланың тарихи үҙәгендә – Сапер тыҡрығында урынлашасаҡ һәм сауҙа нөктәһе генә түгел, ә эш­ҡыуарҙар­ҙың осрашыу урыны ла буласаҡ.
165,7 квадрат метр майҙанда Башҡортостан тауарҙарын һатыу күҙаллана. Төньяҡ баш ҡала халҡына башҡорт балы, сыр һәм колбаса, сәнәғәт продукцияһы, сувенир­ҙар тәҡдим ителәсәк. Эргәлә – республика предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итергә теләүселәр өсөн офистар, ошонда уҡ төбәктең шифахана-курорттарына йүнәлтмә алырға мөмкин буласаҡ.
Сауҙа йортоноң рәсми асылыуы апрелдә көтөлә.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға