«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Үҙебеҙҙең эшҡыуарҙар ҙа йәлеп ителәсәк



24.01.2012 Үҙебеҙҙең эшҡыуарҙар ҙа йәлеп ителәсәк

Башҡортостанға инвестициялар­ҙы күберәк йәлеп итеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар.
2015 йылға беҙҙең республика Урал төбәге – Свердловск өлкәһендә ошо йүнәлеш буйынса лидер булырға ниәтләй. Бының өсөн Башҡортостанда Стратегик инициативалар агентлығы индергән махсус стандарт ярҙам итәсәк. Был стандарт башҡарма власть органдарының инвестиция мөхитен сифатын күтәреү өсөн алып барған эшмәкәрлеген көйләйәсәк. «Баш­информ» агентлығында ойош­торол­ған матбуғат конференцияһында һүҙ ошо турала барҙы.
– Башҡортостан – беҙ хеҙмәттәшлек иткән пилот төбәктәрҙең береһе. Бөгөнгө көнгә республика төбәктә инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса «юл картаһы»н әҙерләп тәҡдим итте лә инде. Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Инвестициялар йәлеп итеү буйынса йәмәғәт советын булдырыу бындай стратегияның мөһим элементы булып тора. Әле уның тәүге ултырышы үтте, – тип хәбәр итте Стратегик инициативалар агентлығының генераль директоры Андрей Никитин.
Матбуғат конференцияһында ҡатнашыусы Стратегик инициативалар агентлығының партнерлыҡ селтәрен үҫтереү директоры Александр Пироженко билдәләүенсә, советтың төп маҡсаты – бизнес менән власть араһында диалог булдырыу. Беҙгә инвестициялар индерергә теләгән эшҡыуарҙар менән власть вәкилдәренең даими һәм бер-береһен аңлап эш итеүе генә яҡшы һөҙөмтәләр бирәсәк.
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге Инвестициялар йәлеп итеү буйынса республика йәмәғәт советы тармаҡтың проблемаларын хәл итеү өсөн нигеҙ булып торорға тейеш. Әле советтың тәүге ултырышы үтте. Унда бизнес яғынан да, власть органдары тарафынан да аныҡ йүнәлештәр, проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары билдәләнгән. Республика етәксеһенең Инвестицион хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле Андрей Назаров әйтеүенсә, яңы билдәләнгән саралар инвестиция мөхитен тулыһынса яҡшыртырға тейеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға