«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



24.01.2012 Өс һөйләм менән

«ВКонтакте» социаль селтәрендә «БР Президенты Рөстәм Хәмитов яҡлылар төркөмө» булдырылды. Унда төбәктә барған хәл-ваҡиғаларға ҡарата конструктив тәнҡит, ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр индереү хуплана. Был төркөм һәр кем өсөн асыҡ.

«Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы Берлинда «Йәшел аҙна − 2012» күргәҙмәһендә үҙенең 150 төрҙән ашыу продукцияһын тәҡдим итте. Улар – башҡорт балы, төрлө дауалау-профилактика һәм аҙыҡ продукттары. Европа халҡы адсорбцияланған ҡоро һөттө, сәскә һеркәһе ҡушыл­ған кеҫәлде, «Башҡортостан» алкогол­һеҙ сироп-бәлзәмен, «Һаулыҡ шишмәһе» прополислы газлы эсемлеген юғары баһаланы.

2020 йылға Башҡортостанда көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү өлкәһендә аныҡ система булдырыуға республика бюджетынан 7,5 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Был системаны ҡулланылышҡа индереү иҡтисад, экология һәм социаль өлкәләрҙә яҡшы һөҙөмтәләргә, тәбиғәт ресурстарын һаҡ­лау­ға килтерергә тейеш. Шулай уҡ өҫтәмә эш урындары ла булдырыласаҡ.

Башҡортостандың «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы халыҡтың үтенесе буйынса иҫке компьютерҙарҙы утилләштереү өсөн ҡабул итеүҙе ойошторҙо. Һәр кеше компьютерҙың берәр генә тулы комплектын тапшыра ала. Уларҙы ҡабул итеү урыны: Өфө ҡалаһы, Степан Кувыкин урамы, 102, сәғәт 9-ҙан 18-гә тиклем.

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Указы менән техник фәндәр докторы, «Башҡорт дәүләт университеты» юғары һөнәри белем биреү федераль дәүләт мәғариф учреждениеһының кафедра мөдире Рим Вәлиуллинға «Рәсәй Федерацияһының юғары мәктәбе атҡаҙанған хеҙмәткәре» исеме бирелде. Был юғары наградаға Рим Абдулла улы, документта әйтелеүенсә, «фәнни-педагогик эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштары һәм квалификациялы белгестәр әҙерләүгә индергән ҙур өлөшө өсөн» лайыҡ булды. Юғары награда менән ҡотлайбыҙ!

Октябрьский ҡалаһы бына инде икенсе йыл рәттән география буйынса иң көслө белгестәр ярышын үткәрә. Был фән буйынса ойошторолған олимпиадаға 45 район һәм ҡаланан 178 уҡыусы йыйылды. Олимпиада һөҙөмтәләре буйынса Октябрьский ҡалаһындағы 2-се гимназияның 9-сы синыф уҡыусылары Динара Бәҙретдинова менән Анастасия Ковалевская, шулай уҡ 11-се синыф уҡыусыһы Артем Кәримов уның призерҙары булды.

Мәләүез районында мәктәптә һәм урта махсус уҡыу йорттарында белем алыусылар араһында «Мәләүез илһөйәрҙәре» ижади эштәр конкурсы старт алды. Рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе пропагандалау, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары, локаль ҡораллы конфликттарҙа һәм Чернобыль атом электростанцияһындағы һәләкәттең эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар өлгөһөндә балаларҙа тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү уның төп маҡсаты булып тора. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн эштәр 10 февралгә тиклем ҡабул ителә һәм еңеүселәр биш номинацияла − һүрәт, архив фотоһы, ҡул эштәре, шиғыр, проза әҫәре − билдәләнәсәк.
Р. МӘХИЙӘНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға