«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Тағы шул балыҡ башы...



20.01.2012 Тағы шул балыҡ башы...

Бөтә донъя банкыһының Европа һәм Үҙәк Азия буйынса вице-президенты Ле Уэру Рәсәйгә хеҙмәткә яраҡлыларҙы арттырыу өсөн пенсия йәшен оҙайтырға тәҡдим итә.
2050 йылға беҙҙең илдә демографик хәл уғата мөшкөлләнеп, халыҡ һаны 25 миллион кешегә кәмейәсәк. Ле Уэру әйтеүенсә, пенсия йәшен генә түгел, ә балаларҙы тәрбиәләү сифатын күтәреү тураһында ла уйларға тейеш икәнбеҙ. Бынан тыш, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль ярҙам өлкәләренә бүленгән аҡсаны һөҙөмтәле файҙаланыу зарур, тип тә өҫтәй. Һаулыҡ һаҡлау сифатының түбән булыуы пенсияға иртә сығыуға килтерә.
Хәйер, былтыр Рәсәйгә пенсия реформаһы үткәрергә Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһының генераль секретары Анхель Гуррия ла тәҡдим иткәйне. Уның фекеренсә, беҙҙә ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа пенсияға бер йәштә сығырға тейеш, сөнки пенсияға сығымдар үҫә, ә фондтарға аҡса әҙ күсерелә. Был бюджет дефицитына килтерәсәк.
«Стратегия – 2020» авторҙары ла рәсәй­ҙәрҙе пенсияға 63 йәштән сығарыуҙы хуплай. Әлеге реформаның 2015 йылдан башланыуы ихтимал.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға