«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Наполеонды еңеүселәр иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйыласаҡ



17.01.2012 Наполеонды еңеүселәр иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйыласаҡ

БР Хөкүмәтендә Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтте.
Рәсәй Президенты Указына ярашлы, әлеге йыл ошо ҙур юбилей билдәһе аҫтында үтә. Беҙҙең төбәк тә еңеүгә тос өлөш индергән – яуҙа егерме һигеҙ башҡорт атлы полкы һәм Өфө йәйәүле полкы ҡатнашҡан.
Республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, июнь башында Өфөлә еңеүгә 200 йыл тулыуға арналған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үткәреләсәк.
Августа Башҡортостан вәкилдәре Мәскәү өлкәһенең Можайск ҡалаһы эргәһендә үтәсәк «Бородино көнө» Бөтә Рәсәй хәрби-тарихи фестивалендә ҡатнашасаҡ, ә октябрҙә Германия Федератив Республикаһының Лейпциг ҡалаһында уҙасаҡ Наполеон армияһын тар-мар итеүгә арналған халыҡ-ара хәрби-тарихи байрамдарға барасаҡ.
Йыл дауамында еңеүгә арнал­ған ижади конкурстарҙа ла ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Өфөнөң Еңеү паркында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәл асыу ҙа күҙаллана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға