«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ике йылдан беҙҙең эш хаҡы 27 мең һум буласаҡ!



13.01.2012 Ике йылдан беҙҙең эш хаҡы 27 мең һум буласаҡ!

Башҡортостан Хөкүмәте шулай фаразлай. 2011 йылда төбәк тулайым продукты (ВРП) 897,3 миллиард һум булһа, быйыл уны 971,4 миллиард һумға еткермәкселәр.
Ваҡлап һатыу әйләнеше лә үҫә. Былтыр республика халҡы бөтәһе 600 миллиард һумлыҡ тауар һатып алһа, ағымдағы йыл һөҙөмтәһен тағы ла 200 миллиард һумға арттырырға ниәтләйҙәр. Әлеге сумманы барыһына ла бүлгәндә һәр кеше үҙенә 40 килограмм ҡыҙыл ыуылдырыҡ һатып ала алыр ине.
Төҙөлөш тә йылдам темптарҙа бара. Былтыр 2,1 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөһәләр, был йыл һуңына ул күрһәткесте 2,6 миллион квадратҡа еткермәкселәр. Артабан йыл һайын төҙөлөш күләме арта барасаҡ. Был – бик өмөтлө эш. Тимәк, һәр беребеҙ торлаҡлы була.
Эшһеҙлек кимәлен дә мөмкин тиклем кәметәсәктәр. Ә 2014 йылға уртаса эш хаҡы айына 27 мең һумға етәсәк.






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға