«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Йәшел аҙна» беҙҙекеләрҙе көтә



13.01.2012 «Йәшел аҙна» беҙҙекеләрҙе көтә

20 – 29 ғинуарҙа Берлинда «Йәшел аҙна – 2012» халыҡ-ара агросәнәғәт комплексы күргәҙмәһе эшләйәсәк.
Унда Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнаша. Делегацияны РФ ауыл хужалығы министры Елена Скрынник етәкләйәсәк. «Йәшел аҙна»ла «Башспирт», «Башҡор­тос­тан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы продукцияһын ҡуясаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр был форумдың һөҙөмтәләре буйынса юғары сифатлы киң ассортиментлы продукция тәҡдим иткәндәре өсөн Баш­ҡортостан Республикаһы Хөкү­мәте һәм республиканың Ауыл хужалығы министрлығы махсус приздар алғайны. Рәсәй Берлиндағы был мөһим күргәҙмәлә 16 йыл ҡатнаша.
Быйылғы күргәҙмәлә төрлө илдәрҙән 415000 тирәһе кеше киләсәк, 1635 ойошма ҡатнашасаҡ, 40 ил рәсми делегацияһын ебәрәсәк тип көтөлә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға