«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Язаға әүерелгән «ял»ға сик ҡуйылды



10.01.2012 Язаға әүерелгән «ял»ға сик ҡуйылды

Яҡташыбыҙ тотҡондан азат ителде
Язаға әүерелгән «ял»ға сик ҡуйылды
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Ауырғазы районының Талбазы ауылында йәшәүсе биш бала әсәһе Гүзәл Иҙрисова ноябрҙә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектә­рендә ял иткәндә аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында тотҡонға эләгә.
Ханым Шарджа ҡалаһының бер сауҙа йортонда долларҙарҙы урындағы валютаға алмаштырғанда ҡулға алына. Ни ғәләмәттәндер, Гүзәлдең йөҙ долларлыҡ купюраһы ялған булып сыға. ҡатындың документтары тартып алына, отелдән сығыу тыйыла. Уның тормош иптәше Рәфил Иҙрисов, мөлкәтен һәм бизнесын осһоҙға ғына һатып, адвокат хеҙмәте, отель өсөн аҡса ебәреп тора. Изге йөрәкле кешеләр Иҙрисовтар ғаиләһен бәләлә яңғыҙ ҡалдырманы. һүҙ менән дә, аҡсалата ла ярҙам күрһәтелде.
Был сетерекле хәлде Баш­ҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шәхси контроленә алды. Ул Рәсәйҙең Сит илдәр эштәре министрлығы менән бәйләнешкә инде, Рәсәйҙең Дубайҙағы Генераль вәкиллеге аша урындағы власҡа Гүзәл Иҙрисованы ҡайтарыуға булышлыҡ итеү өсөн ходатайство бирҙе.
Ошо саралар арҡаһында яҡташыбыҙға паспорты тапшырыла һәм ҡайтырға рөхсәт ителә. «Ғәрәп тотҡоно» тәүге самолетҡа уҡ ултырып тыуған яғына юллана. Аэропортта уны ҡәҙерле кешеләре – ире, балалары ҡосаҡ йәйеп ҡаршы ала.
– Хәҙер әсәйҙе бер ҡайҙа ла ебәрмәйәсәкбеҙ, – ти балалары. Өс йәшлек игеҙәктәр Таһир, Тимур һәм Әлиә әсәләренән бер тотам да ҡалмай, улар ҡәҙерле кешеһен шул тиклем һағынған.
– Көтөлмәгән һынауҙы үтә алдыҡ. Бындай хәлде берәүгә лә теләмәйем, – ти Рәфил Иҙрисов. – Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә бер ниндәй ҙә дәғүә белдереп тормайбыҙ. Был хаҡта тиҙерәк онотҡо килә.
Гүзәл Иҙрисова әйтеүенсә, уға ҡарата бер ниндәй ҙә суд булмаған. Енәйәт эше асҡандармы-юҡмы, был хаҡта ханым бер ни ҙә белмәй. Бер нәмә лә аңлатмағандар, хатта ғәфү ҙә үтенмәгәндәр. Уға уның ғәйепһеҙлеген раҫлаған бер документ ҡына биргәндәр.
Ауырлыҡтар яман төш кеүек кенә артта ҡалды. Иҙрисовтарҙың бәләһе башҡаларға һабаҡ булһын, сит илгә сыҡҡанда уяулыҡ хаҡында онотмаһаҡ ине.

Гүзәл БИКМӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға