«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу төп бурыс булып ҡала



10.01.2012 Торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу төп бурыс булып ҡала

Торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу төп бурыс булып ҡала
БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте яңы йылды һөйөнөслө хәбәр менән башланы: хәҙер төҙөүселәрҙең эше сафҡа индерелгән торлаҡ майҙанының күләме менән түгел, ә социаль торлаҡҡа эйә булыу юлы менән үҙҙәренең торлаҡ проблемаһын хәл итеүселәрҙең иҫәбе менән баһаланасаҡ.
Төҙөлөш комитетына быйыл махсус программалар буйынса байтаҡ эш башҡарырға тура киләсәк. Әйтәйек, уларға халыҡтың киң ҡатламы һатып алырлыҡ торлаҡ төҙөү программаһын артабан да дауам итеү, республиканың муниципаль ойошмаларына ла төҙөлөш программаларын эшләү һәм бойомға ашырыуҙа ярҙамлашыу, дәүләт милкендәге торлаҡ төҙөү өсөн яраҡлы ерҙәрҙе әйләнешкә индереү, төҙөлөш эшенә регламенттар индереү һәм дәүләт хеҙмәттәрен электрон төрҙә күрһәтеүгә күсереү юлы менән административ кәртә­ләр­ҙе кәметеү, республикала заманса төҙөлөш материалдарын етештереүгә булышлыҡ итеү кеүек эштәр инә.
Ошо уҡ ведомство вәкилдәре хәбәр итеүенсә, төҙөлөш буйынса республика маҡсатлы программаларына индерелгән торлаҡтарҙы сафҡа индереү өсөн муниципаль берәмектәр хакимиәттәренә үҙҙәренең торлаҡ төҙөү программаларын эшләүҙе ашығыс тамамларға кәрәк, сөнки 2013 йылда сафҡа индереләсәк торлаҡ майҙанының күләме ҡырҡа, йәғни 2,6 миллион квадрат метрға тиклем артмаҡсы. Торлаҡ төҙөлөшө буйынса Туймазы ҡалаһы ғына үҙ планын эшләүгә етди ҡараған, башҡа муниципалитеттарға 16 ғинуарға тиклем пландарын ведомствоға тапшырырға ҡушылған.

«Башинформ» агентлығы материалдары буйынса Р. Йәнсурина әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға