«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Президент һайлауҙарына әҙерлек башланды



10.01.2012 Президент һайлауҙарына әҙерлек башланды

Быйыл мартта үтәсәк Рәсәй Президенты һайлауында 5233 һайлау участкаһында тауыш биреү бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстарында (КОИБ) башҡарыласаҡ. Үҙәк һайлау комиссияһы шундай ҡарар сығарҙы.
Бындай аппараттар декабрҙә РФ Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау­ҙа илдең 76 субъектында 4828 участкала (дөйөм участкаларҙың 5,09 проценты) ҡулланылған. КОИБ-тар һаны һәр һайлау һайын арттырыла бара. 2007 йылдағы һайлау барышында яңы система Рәсәйҙең бары тик өс субъектында ғына файҙаланылған.
Башҡортостанда ла бындай комплекстар бер нисә тапҡыр файҙаланылды. Иң тәүҙә эксперимент рәүешендә 2003 йылда илебеҙ парламентына депутаттар һайлауҙа 22 участкала ҡуйылған. Ә үткән һайлауҙа 178 урында тауыш биреү шулай һаналған. Буласаҡ һайлауҙа иһә комплекстар­ҙың арттырылыуы уның уңайлы һәм һөҙөмтәле эшләүен аңлата.
Әйткәндәй, Президент һайлауына әҙерлек осоронда физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың һайлау хоҡуғын тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бирелә. РФ Үҙәк һайлау комиссияһының инвалидтар ойошмалары менән бәйләнеш буйынса эшсе төркөмө ултырышында насар күреүселәр һәм һуҡырҙар өсөн махсус ҡорамалдар, пандустар урынлаштырыу хаҡында һүҙ барҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға