«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Тура мөйөшлө тәңкәләр сыҡты



06.01.2012 Тура мөйөшлө тәңкәләр сыҡты

Тура мөйөшлө тәңкәләр сыҡты
Рәсәй банкының «олимпиада» коллекцияһын бер юлы дүрт яңы тәңкә тулыландырҙы – алтын, көмөш һәм башҡа металдан эшләнгән инвестицион монеталар әйләнешкә сығарылды.
50 һумлыҡ алтын тәңкә 20 миллиметр оҙонлоҡтағы һәм 14 миллиметр киңлектәге түңәрәкләнгән дүрт мөйөшлө формала. Уның ауырлығы – 7,78 грамм. Алғы йөҙлөгөндә – аҡсаның дәүмәле һәм сығарылған йылы, артҡы яғында 2014 йылда Сочиҙа уҙасаҡ XXII ҡышҡы Олимпиаданың талисманы – леопардтың рельефлы һүрәте һуғылған. Уң яҡта, ике юлда, «Сочи» һәм «2014» тигән яҙыуҙар бар, улар аҫтында – Олимпиа­даның биш ҡулсаһы. 50 һумлыҡ аҡса 300 мең да­нала сыға­рыл­ған.
100 һумлыҡ тәңкә лә тура мөйөшлө, тик ул ҙурыраҡ. Оҙонлоғо – 28 мм, киңлеге – 17 мм, ауырлығы –15,55 г. Алғы яғына номинал һәм сығарылыу йылы, артҡы яғында леопардтың рельефлы һүрәте төшөрөлгән. Ул 100 мең данала етештерелгән.
Р. ЙӘНСУРИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға