«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан уҡыусылары – Кремль шыршыһында



27.12.2011 Башҡортостан уҡыусылары – Кремль шыршыһында

Быйыл Мәскәүҙә үткән Президент шыршыһына Башҡортостандан 115 уҡыусы барҙы. Уларҙың барыһы ла уҡыуҙа, төрлө олимпиадаларҙа һәм ижади конкурстарҙа, спортта ҙур уңыштарға өлгәшкән. Президент шыршыһына социаль яҡланмаған ғаиләләрҙән дә балалар саҡырыл­ған.
Яңы йыл тамашаһы 25 декабрҙә Кремль һарайында үтте. Уҡыусылар бында ике сәғәтлек мюзикл ҡараны, шулай уҡ сюрприздарға бай булған байрам программаһында ҡатнашты. Кремль шыршыһы хаҡында иҫтәлек итеп уҡыусылар бүләк-сувенирҙар һәм фотографиялар алды. Тамаша һуңынан уҡыусыларға илебеҙҙең баш ҡалаһы буйлап мауыҡтырғыс сәйәхәт ойошторолдо.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға