«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



20.12.2011 Донъя яңылыҡтары

Хуш, Ким Чен Ир
Донъя яңылыҡтары
Әле Корея Республикаһының хәрби көстәре тулыһынса юғары хәрби әҙерлек хәлендә тотола.
Төньяҡ Корея лидеры Ким Чен Ирҙың яҡты донъя менән хушлашыуы арҡаһында төрлө көтөлмәгән хәлдәр килеп сығыуынан ҡурҡып, Көньяҡ Кореяла Дәүләт именлеге милли советының осрашыуы ла ойошторолдо.
Ким Чен Ир 69 йәшендә ҡапыл ғына йөрәк өйәнәге сиренән үлгән. Табиптар әйтеүенсә, етәксе психологик һәм физик көсөргәнештән тамам арыған һәм йөрәге сыҙай алмаған.

ҡаҙаҡтар тынмай
ҡаҙағстан Республикаһының суверенитетына 20 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған байрам саралары тәртипһеҙлектәр менән тамамланды.
Алдан күҙаллауҙарынса, ығы-зығыны, эштәренән бушатылған нефтселәргә ҡушылып, йәштәр башлаған. Яғыулыҡ һалынған шешәләр тотоп алған төркөм көтмәгәндә полиция хеҙмәткәрҙәренә ташланған һәм хоҡуҡ һаҡлаусылар табель ҡоралдарын ҡулланырға мәжбүр булған. Һөҙөмтәлә яраланыусылар, үлеүселәр бар.
ҡаҙағстанда хәл һаман да көсөргәнешле ҡала, полиция вәкилдәре хулигандарға ҡаршы ҡорал ҡулланырға мәжбүр. Әлегә 15-ләгән кешенең үлтерелеү факты раҫлан­ған.

Тағы фажиғә...

Йәкшәмбелә Охотск диңгеҙендә «Кольская» платформаһы түңкәрелде.
Ул штормға эләгеп, 5 − 6 метрлыҡ тулҡындар аҫтында ҡалған. Һөҙөмтәлә Камчатканан Сахалинға сыҡҡан платформа тулыһынса һыу аҫтына киткән.
«Кольская» платформаһында 67 кеше булғанлығы билдәле, уларҙың күбеһе Мурманск өлкәһенән. Шу­лай уҡ Мәскәү, Сахалин, Белгород, Магадан өлкәләренән, Башҡортос­тан да экипаж вәкилдәре бар. Фажиғәгә тарыған платформаны ҡотҡарыу эше дауам итә, әлегә 14 кешене тере килеш ярға алып сығыу­ҙары билдәле. 16 кеше үлгән тип билдәләнә, ҡалғандарҙың яҙ­мышы асыҡланмаған.

Бер рәхәттең мең михнәте

Бельгияның мобиль бәйләнеш селтәре киләһе ике йылда юҡҡа сығыуы мөмкин, тип билдәләйҙәр.
Урындағы экологтар опера­тор­ҙар­ға яңы антенналар ҡуйырға рөхсәт итмәү генә түгел, иҫкеләрен дә үҙгәртергә ҡуша.
Иң күп халыҡ йәшәгән Брюсселдә хәл айырыуса ҡатмарлы. Урындағы вышкалар эш күләмен күтәрә алмай, ә яңыларын төҙөргә рөхсәт алыу үтә лә ҡыйынға төшә. Әлбиттә, экологтар ҙа яңы ҡағиҙәләрҙе юҡтан ғына уйлап сығармай. Улар антенналарҙы кешеләр йәшәгән урындарҙан мөмкин тиклем алыҫыраҡ урынлаштырырға кәңәш итә, әммә был мобиль бәйләнештең сифатына насар йоғонто яһай.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға