«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Салауат Сәғитов – Премьер-министр урынбаҫары



17.12.2011 Салауат Сәғитов – Премьер-министр урынбаҫары

Салауат Сәғитов – Премьер-министр урынбаҫары
Башҡортостан Президенты Указы менән Са­лауат Сә­ғитов БР Хөкү­мәте Премь­ер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.
Салауат Тәлғәт улы Сәғитов 1977 йылдың 22 апрелендә Өфө ҡала­һында тыуған. 1999 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған. 2010 йылдан – Өфө ҡалаһы ҡала округының Киров райо­ны хакимиәте башлығы.
С. Сәғитов – Фән һәм техника өлкә­һендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға